Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 32:40 - Изге Яҙма

40 Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

40 Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

40 Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 32:40
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм.


Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы.


Раббы тере! Һыйынған Ҡаям мөбәрәк булһын! Ҡотҡарыусы ҡаям – Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын!


Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер;


Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


Тәҡүәне лә, яуызды ла юҡ итер өсөн ҡынынан сыҡҡан ҡылысым көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтә йән эйәһенә йүнәләсәк.


Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк».


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.


Әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм:


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ