Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 32:26 - Изге Яҙма

26 Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Әйтер инем: „Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 32:26
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр, Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар.


Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең? Йәнемде – улар залимлығынан, Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар!


Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә!


Быны бары Үҙем өсөн, Тик Үҙем өсөн генә эшләйем, Сөнки ни өсөн исемем оятҡа ҡалырға тейеш? Шөһрәтемде һис кемгә лә бирмәм.


Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


Ят халыҡтар араһында һәләк булырһығыҙ, һеҙҙе дошмандарығыҙҙың ере йотор.


Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


– Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ