Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 32:24 - Изге Яҙма

24 Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 32:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Алла йыланға былай тине: «Ҡәһәр алдың был ҡылығың өсөн, Барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин. Ҡарының өҫтөндә шыуышып йөрөрһөң, Тупраҡ менән туҡланырһың.


Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор.


Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер.


Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.


Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы! Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең!


Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти.


Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».


Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


«Бына, өҫтөгөҙгә ағыулы йыландар, Арбап булмай торған йыландар ебәрәм, Улар һеҙҙе сағасаҡ», – тип белдерә Раббы.


Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.


Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә,


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Өҫтөгөҙгә аслыҡ һәм йыртҡыс хайуандар ебәрермен. Улар һеҙҙе балаһыҙ ҡалдырыр. Ҡалала ҡырғын һәм үлем хөкөм һөрөр. Мин һеҙгә ҡаршы ҡылыс күндерермен. Мин, Раббы, әйттем быны».


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын.


Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.


Уның алдынан үләт елә, Эҙҙәренән эйәреп афәт килә,


Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр.


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


Дошман ҡамауында мохтажлыҡтың һуңғы сигенә төшкәс, ҡарынығыҙҙың емешен – Аллағыҙ Раббы биргән улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ