Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 28:1 - Изге Яҙма

1 Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 28:1
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай.


Раббы уларҙы көнсығыш, көнбайыштан, Көньяҡ менән төньяҡтан тупланы, Күп илдәрҙән уларҙы йыйып алды.


Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр.


Артыҡ оҙаҡ торҙом Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында.


Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ!


Раббы йортонда тамырланғандар, Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын.


Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ,


Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды.


Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.


– Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған.


Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ,


Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ.


Бөгөн Раббы, һеҙгә биргән һүҙе буйынса, Уның бөтә бойороҡтарын үтәһәң, Уның Үҙ халҡы буласағығыҙҙы иғлан итте.


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Раббы һеҙҙе ҡойроҡ түгел, баш итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарын тыңлаһағыҙ, уларҙы ғәмәл ҡылһағыҙ, һәр ваҡыт аҫта түгел, өҫтә булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ