Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 26:7 - Изге Яҙма

7 Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 26:7
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.


Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр.


Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.


Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте.


Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.


Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам.


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Әле иһә, Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғо аҫтында иңрәгәнен ишетеп, килешеүемде иҫкә төшөрҙөм.


– Ерҙе бар ҡылған, уға рәүеш биргән, нығытҡан, исеме Раббы булған Зат былай ти:


– Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ