Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 26:11 - Изге Яҙма

11 Аллаң Раббы һеҙгә һәм йортоғоҙға биргән бәрәкәттәргә ҡыуанып үҙегеҙ ҙә, леви ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә бергәләп күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Аллаң Раббы һеҙгә һәм йортоғоҙға биргән бәрәкәттәргә ҡыуанып үҙегеҙ ҙә, леви ҙа, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә бергәләп күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Аллаң Раббы һеҙгә һәм йортоғоҙға биргән бәрәкәттәргә ҡыуанып үҙегеҙ ҙә, леви ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә бергәләп күңел асығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 26:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.


Мин шуны белдем: кешеләргә күңел асып, игелек ҡылып ғүмер үткәреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ икән.


Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге.


Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге.


Бәхетле көндәреңдә ҡыуан, ҡайғылы көндәреңдә иһә шуны иҫеңдә тот: тегеһен дә, быныһын да Алла бирә, һис кем киләсәктә нимә булырын белмәй.


Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ.


Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер.


Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни?


Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.


Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.


Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.


Татыулыҡ ҡорбандарын да шунда килтерегеҙ, ҡорбан итен ашағыҙ һәм Аллағыҙ Раббы алдында күңел асығыҙ.


Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ