Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 16:22 - Изге Яҙма

22 Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 16:22
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.


Бөтә түбәләрҙә һәм һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында табыныу бағаналары, Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйылды.


Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама.


Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ.


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.


Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә.


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


юлдан яҙып, үҙегеҙгә ир йәки ҡатын, ерҙә йәшәгән берәй хайуан, йә күктә осҡан ҡош, ерҙә шыуышып йөрөгән йәнлек, йәки ерҙең тәрәнлектәрендә һыуҙа йәшәгән балыҡҡа оҡшаш һын эшләп, бот яһамағыҙ.


Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.


Һеҙ был ерҙә оҙаҡ йәшәрһегеҙ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ тыуыр: әгәр һеҙ аҙып китеп, берәй нәмәгә оҡшатып һындар яһаһағыҙ һәм, Аллағыҙ Раббы күҙендә яман булғанды ҡылып, Уны асыуландырһағыҙ,


Шулай уҡ һиндә Николаус яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар.


Ә инде Николаус яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ