Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 16:16 - Изге Яҙма

16 Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Бөтә ир-аттар йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 16:16
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы.


Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була.


Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башлағандан һуң, етенсе айҙа, бар халыҡ бер кешеләй булып Йәрүсәлимдә йыйылды.


Шуға күрә үҙҙәренең ҡалаларында һәм Йәрүсәлимдә: «Тауға сығығыҙ, китапта яҙылғанса, ҡыуыш ҡорор өсөн баҡсалағы, шулай уҡ ҡырағай үҫкән зәйтүн ағасы ботаҡтарын, мирт, хөрмә һәм башҡа киң япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алып төшөгөҙ», – тип иғлан иттеләр.


Үҙҙәренән ҡәнәғәттәрҙең хурлауҙары туйҙырҙы, Тәкәбберҙәрҙең кәмһетеүҙәре үҙәккә үтте.


Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?


Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт, Ҡотҡара күр беҙҙе!


Йә Раббы, Һинең хөкөмдәреңде Сион ишетеп һөйөнә, Йәһүҙә ҡалалары ҡыуаныша.


Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Байрамдарыбыҙ ҡалаһы Сионға баҡ! Күҙҙәрең – Йәрүсәлимде, Именлек йортон, ҡаҡшамаҫ сатырҙы күрер. Уның ҡаҙыҡтары һис тә ҡуптарылмаҫ, Кирге бауҙары һис бер өҙөлмәҫ.


Байрамдарҙа Йәрүсәлимдә ҡорбанға килтерелгән һарыҡтар ни тиклем күп булһа, әле бушап ҡалған ҡалалар ҙа шул тиклем кеше менән тулы буласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ.


Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ.


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарған.


Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас,


Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас!


Һәр берегеҙ Аллағыҙ Раббы биргән бәрәкәтенә күрә бүләк алып килһен.


бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.


Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ