Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 13:10 - Изге Яҙма

10 Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 13:10
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы.


Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Муса уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы әйтә: «Ҡылыстарығыҙҙы алығыҙ ҙа туплам буйлап ҡапҡанан-ҡапҡаға тиклем үтегеҙ. Һәр кем туғанын үлтерһен, дуҫын үлтерһен, күршеһен үлтерһен».


– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп, улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне.


Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.


яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер.


Хөкөм ителгән әҙәмгә ташты иң беренсе булып шаһиттар ырғытырға тейеш, шунан һуң уларға ҡалған халыҡ эйәрһен. Шул рәүешле арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла.


Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ