Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 12:31 - Изге Яҙма

31 Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 12:31
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.


ғаууиҙар Нивхаз менән Тартаҡты яһаны, сефарваимдар иһә улдарын, илаһтары Адраммәләх менән Ғанаммәләхкә ҡорбан итеп, утта яндыра торған булды.


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте.


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


Игендәр сәсә, йөҙөм ултырта, Ҡырҙарҙан мул уңыш ала.


Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма.


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы.


Һеҙ, боттарға бүләктәр килтереп, балаларығыҙҙы утта яндырып, бөгөнгә тиклем бөтә боттарығыҙ менән үҙегеҙҙе нәжесләйһегеҙ. Шулай икән, нисек килеп Минән кәңәш һорарға баҙнат итәһегеҙ, эй Исраил нәҫеле? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә һорарға рөхсәт бирмәйәсәкмен.


Мысырҙан алып сыҡҡан аҙғынлығыңды һәм фәхешлегеңде туҡтатасаҡмын. Бүтән уларға күтәрелеп ҡарамаясаҡһың һәм Мысырҙы иҫеңә төшөрмәйәсәкһең».


Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ.


– Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.


Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды?


шул сағында һаҡ булығыҙ, уларға эйәреп тоҙаҡҡа эләгә күрмәгеҙ. Улар юҡ ителгәс: «Был халыҡтар үҙҙәренең илаһтарына нисек табынған булһалар, мин дә шулай эшләйем», – тип, уларҙың илаһтары менән ҡыҙыҡһынмағыҙ.


Һеҙ Аллағыҙ Раббыға бындай бер нәмә лә эшләргә тейеш түгелһегеҙ.


Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ.


Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуғанда: «Раббы беҙҙе тоғро булғанға күрә был ерҙе биләргә алып килде», – тип уйламағыҙ. Раббы был ҡәүемдәрҙе ҡылған яуызлыҡтары өсөн алдығыҙҙан ҡыуа.


Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ