Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 12:14 - Изге Яҙма

14 Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 12:14
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар».


Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.


Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»


– Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт.


Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.


Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың.


әгәр исраилдарҙан берәйһе тупламда йәки тупламдан ситтә үгеҙ, һарыҡ йәки кәзә салһа,


һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


Тотош яндырыу ҡорбандарын теләһә ниндәй урында килтереүҙән һаҡ булығыҙ.


Хәйер, Аллағыҙ Раббының һеҙгә биргән бәрәкәтенә күрә йәшәгән урындарығыҙҙа ла мал һуйып, йәнегеҙ теләгән тиклем ит ашай алаһығыҙ. Пак кеше лә, нәжес кеше лә был итте ғәзәл йәки болан ите һымаҡ уҡ ашай ала.


Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ.


Йыл һайын ғаиләң менән бергә Аллаң Раббы алдында, Ул һайлаған урында шул малдарҙың итен аша.


Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал.


Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар.


Әгәр Леви ырыуынан берәйһе, Исраилда йәшәгән төйәгенән китеп, йәне теләгән һәм Раббы һайлаған урынға килһә,


бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.


Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, йәғни Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.


Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ».


Әммә уның бойороғо буйынса ғивғондар, шул көндән башлап, Исраил йәмғиәте һәм Раббы һайлаған урында ҡуйылған ҡорбан усағы өсөн утын һәм һыу ташырға тейеш булды. Улар әле лә шул эште башҡара.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ