Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ҡанун 11:1 - Изге Яҙма

1 Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ҡанун 11:1
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө, Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте.


Бар ҡәүемдәр, Раббыны маҡтағыҙ! Бөтә өммәттәр, Уны ҙурлағыҙ!


Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ. Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәгеҙ, бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы ғәмәлгә ашырығыҙ.


Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.


Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен.


– Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит,


Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ,


Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ,


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Шулай итеп, Аллаң Раббының әйткәндәрен тыңла, Уның бөгөн мин һиңә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә.


Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә.


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ