33 Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.
Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй.
Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.
доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.
Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине.
– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.