Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 9:22 - Изге Яҙма

22 Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 9:22
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең бүленешенә, Раббы йортондағы хеҙмәткә, хеҙмәт башҡарғанда кәрәк булаһы һауыттарға бәйле күрһәтмәләр бирә.


Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.


Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:


Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.


Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай.


Левиҙәрҙең береһе – Ҡорах нәҫеленән булған Шаллумдың баш балаһы Маттиҫъяһҡа таба икмәге бешереү йөкмәтелә.


Нимәнән булһа ла нәжесләнгән кеше инә алмаһын өсөн Раббы ҡорамы ҡапҡаһы төбөнә һаҡсылар ҡуя.


Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.


Йәмғиәткә ингән, үҙҙәренең бағышланыуына тоғро булғандарҙың хатта бәләкәй балалары ла, ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары ла нәҫел исемлегенә яҙылған була.


Йәһүҙәләге левиҙәрҙең төркөмдәре Бинйәмин биләмәләрендә төйәкләнде.


Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды:


Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ