20 Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.
Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.
Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.
Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.
Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.
Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.
Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды.
Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр.
Гершон нәҫеленең Осрашыу сатырындағы хеҙмәте шуларҙан ғибәрәт булыр; улар вазифаларын Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарыр.
Мерари нәҫеленең Осрашыу сатырындағы вазифалары ошолар булып, уларҙы Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарырҙар.
Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе.
Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән.