Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 9:19 - Изге Яҙма

19 Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 9:19
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне.


Йөҙ баштары Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәне. Шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде етәкселәре үҙ янына тупланы һәм Йеһоядағ ҡаһинға алып килде.


Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы.


Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған.


Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.


Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә. Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар,


Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.


Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.


Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.


Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ