Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 9:16 - Изге Яҙма

16 Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 9:16
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шимғон ырыуынан – ете мең бер йөҙ ҡаһарман яугир;


Салманан таралған халыҡтар – Бейт-Ләхәм, Нетофа, Ғатроҫ-Бейт-Йоав, манахаҫтарҙың яртыһы – сорғалар.


Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.


Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.


Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона.


Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы;


Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.


Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.


доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.


Сығышы менән Бейт-Ләхәм һәм Нетофанан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ һикһән һигеҙ кеше;


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ