29 Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Мегиддо, Дор ҡалалары һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төйәкләнгән була. Был ҡалаларҙа Исраил улы Йософтоң нәҫеле көн итә.
Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә;
Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте.
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе.
Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.
Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға.
Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр.
Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.
Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне!
Шаулдың ҡоралдарын Ғаштареҫтың ҡорамына ҡуйҙылар, ә мәйетен Бейт-Шеан ҡалаһының диуарына ҡаҙаҡланылар.