21 Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә.
Әфраимдың улы: Шуҫелах. Шуҫелахтың улы – Бәрәд, Бәрәдтең улы – Тахаҫ, Тахаҫтың улы – Әлғада, Әлғаданың улы – Тахаҫ,
Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй.
Раббы Хаким былай ти: «Пелештиҙәрҙең үсе аяуһыҙ. Йөрәктәре нәфрәт менән тулы булғанға күрә, улар үс алдылар, сикһеҙ дошманлыҡ менән юҡ итергә маташтылар.
Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне.
Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.
Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.