10 Йедиғаилдың улы: Билһан. Билһандың улдары: Йеғуш, Бинйәмин, Эһуд, Кенағана, Зеҫан, Таршиш һәм Ахишахар.
Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерҙе: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!»
Йедиғаилдың был балалары һәммәһе нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман ирҙәр була. Уларҙың яу сабырлыҡ ун ете мең ике йөҙ кешеһе була.
Уларҙың нәҫел исемлектәрендә, нәҫел башлыҡтарынан тыш, егерме мең ике йөҙ ҡаһарман яугир теркәлгән була.
Эхудтың улдары, Гевағта йәшәгән һәм Манахаҫҡа һөрөлгән нәҫелдәрҙең башлыҡтары: Нағаман, Ахияһ һәм уларҙы күсергән Гера. Гера – Ғузза менән Ахихудтың атаһы.