Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 6:47 - Изге Яҙма

47 Шәмәр – Махлиҙың, Махли – Мушиҙың, Муши – Мерариҙың, Мерари Левиҙең улы була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 6:47
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мерари улдары: Махли менән Муши. Махлиҙың улдары: Әлғазар һәм Ҡиш.


Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу,


Хилҡияһ – Амсиҙың, Амси – Баниҙың, Бани – Шәмәрҙең,


Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә.


Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә.


Мерариҙың улдары: Махли менән Муши. Былар барыһы ла – Леви нәҫелдәре.


Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды.


Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар.


Мерари тоҡомонда ла утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләрҙән Осрашыу сатырындағы хеҙмәткә яраҡлылар нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса һаналды.


Дүрт ылау менән һигеҙ үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Мерари тоҡомона тапшырҙы. Улар Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар күҙәтеүе аҫтында эшләй ине.


Левиҙәрҙең нәҫелдәренән Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһынан бирелгән биләмә еренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Башан төбәгендәге һыйыныу ҡалаһы Голан, шулай уҡ тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Беғештера, барлығы ике ҡала бирелде.


Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ