4 Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың,
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Мерари улдары: Махли менән Муши. Махлиҙың улдары: Әлғазар һәм Ҡиш.
Мерари улдары: Махли менән Муши – улар Мерари улы Яғазияһтың улдары.
Ғамрамдың балалары: Һарун, Муса, Мирйәм. Һарундың улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар.
Бына Һарундың нәҫеле: Һарундың улы – Әлғазар, Әлғазарҙың улы – Пинхас; Пинхастың улы – Авишуағ;
Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.
Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.
Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш,
Һарундың улы Әлғазар Путиилдың бер ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Пинхас исемле улдары тыуҙы. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары бына ошолар.
Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм.
Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды.
Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе.
Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты.
Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе.
Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар.