31 Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй.
Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе.
Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте.
Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора.
Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта.
Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була.
Ғуззаның улы – Шимға, Шимғаның улы – Хаггияһ, Хаггияһың улы – Ғасаяһ.
Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә.
Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.
Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты.
Эске ихатала эске ҡапҡа эргәһендә ике бүлмә бар ине. Уларҙың төньяҡ ҡапҡа янындағыһы – көньяҡҡа, ә көньяҡ ҡапҡа янындағыһы төньяҡҡа ҡарай ине.