3 Ғамрамдың балалары: Һарун, Муса, Мирйәм. Һарундың улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар.
Ғуззиил улдарының башлыҡтары Ғамминадав менән уның туғандары – йөҙ ҙә ун ике кеше.
Ҡыһаҫтың дүрт улы: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил.
Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына.
Исһарҙан: Шеломоҫ; Шеломоҫ улдарынан: Яхаҫ.
Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил.
Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың,
Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар.
Баланың апаһы йыраҡтан ғына, нимә булыр икән, тип күҙәтеп торҙо.
Малайҙың апаһы фирғәүен ҡыҙынан: – Барып берәй ғиври ҡатынын саҡырайыммы? – тип һораны. – Һинең өсөн баланы имеҙер.
Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. –
Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын.
Ғамрам атаһының һеңлеһе Йохәвәдкә өйләнде. Йохәвәд Ғамрамға ике ул: Һарун менән Мусаны табып бирҙе. Ғамрам йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе.
Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны.
Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге.
Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.
Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем.