29 Мерари нәҫеле: уның улы – Махли, Махлиҙың улы – Ливни; Ливниҙең улы – Шимғи; Шимғиҙең улы – Ғузза;
Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо.
Левиҙәр Йоил улы Һеманды һәм уның туғандарынан Бәрәхъяһ улы Асафты, ә ҡәрҙәш Мерари нәҫеленән Ҡушаяһ улы Эҫанды билдәләй.
Мерари улдары: Махли һәм Муши. Бына нәҫел башлыҡтарының исемдәре буйынса Леви ырыуы нәҫелдәре.
Шемуилдың улдары: баш балаһы Йоил, икенсеһе Авияһ.
Ғуззаның улы – Шимға, Шимғаның улы – Хаггияһ, Хаггияһың улы – Ғасаяһ.
Гершон улдары: үҙ зат-зәүерҙәре менән Ливни һәм Шимғи.
Мерариҙан Махли менән Муши нәҫелдәре таралды, улар – Мерари нәҫеле.