Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 6:15 - Изге Яҙма

15 Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 6:15
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы.


Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды.


Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.


Ғазаръяһ – Сераяһтың, Сераяһ Йеһосадаҡтың атаһы була.


Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.


Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо.


– Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.


Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.


Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,


Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды:


Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты.


Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.


– Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа, халыҡтың иҫән ҡалғандарына әйт:


Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ