6 Бәғелдең улы Беера, Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр һөргөнгә алып киткәндә, ул рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы булған була.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе.
Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.
Шимғиҙең улы Миха, Миханың улы Реаяһ, Реаяһтың улы Бәғел,
Нәҫел исемлектәрендә теркәлгәнсә, уның ағай-энеһе һәм ғаиләләре: иң өлкәне – Йеғиил, унан ҡала – Зәкәрьяһ,
Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай.