24 Бына уларҙың нәҫел башлыҡтары – Ғефәр, Ишғи, Әлиил, Ғазриил, Йермеяһ, Һодауъяһ, Яхдиил. Былар һәммәһе лә ҡаһарман яугирҙәр, абруйлы ирҙәр, үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары була.
Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә.
Аппаимдың улы – Ишғи, Ишғиҙең улы – Шешан, Шешандың улы – Ахлай.
Исемдәре һаналған был уҙамандар нәҫел башлыҡтары була һәм уларҙың зат-зәүере ишәйеп китә.
Менашше ырыуының яртыһы Башандан Бәғел-Хермон һәм Сенирға, Хермон тауына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй, улар бик ишле була.
Әммә улар ата-бабаларының Аллаһына хыянат итә, Алла уларҙың күҙ алдында һәләк иткән халыҡтарҙың илаһтарына табына башлай.
Ғуззиҙың улы: Израхъяһ. Израхъяһтың улдары: Михаил, Ғовадъяһ, Йоил, Йишшияһ. Бишеһе лә нәҫел башлығы була.