16 Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй.
Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була.
Гуниҙан тыуған Ғавдиилдың улы Ахи үҙ нәҫеленең башлығы була.
Мин – Шарондың нәркәс гөлө, Үҙәндәрҙең лилиә сәскәһе.
Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.
Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр.
Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.
Муса Ғад ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр.
Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар.