43 Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята.
Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора.
Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».
Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә.
Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
Раббы уны Моав ерендәге Бейт-Пеғор ҡалаһы эргәһендәге үҙәндә ерләне. Бөгөнгө көнгә тиклем бер кем дә уның ҡәберенең ҡайҙа икәнен белмәй.
Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә.
Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә.
Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы.