І Йылъяҙма 4:33 - Изге Яҙма33 Ошо ҡалалар тирәләй Бәғәлгә тиклемге ерҙәрҙә урынлашҡан бөтә ауылдар уларҙыҡы була. Бына уларҙың йәшәгән урындары һәм нәҫелдәренең исемлеге. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була. Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек.