21 Йәһүҙә улы Шеланың улдары: Леханың атаһы Ғер, Марешаның атаһы Лағда һәм Бейт-Ашбеағтағы етен туҡыусы нәҫелдәр;
Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла уға Шела тип исем ҡушты. Был ваҡытта Йәһүҙә Кезивта ине.
Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.
Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан һәм Шела. Был өсәү ҡәнғәни Шуағтың ҡыҙынан донъяға килә. Йәһүҙәнең баш балаһы Ғер Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡыла, шуға күрә Раббы уның йәнен ала.
Шимондың улдары: Амнон, Ринна, Бен-Хәнән һәм Тилон. Ишғиҙың улдары: Зохеҫ менән Бен-Зохеҫ.
Йоҡым, Козевала йәшәүселәр, Моавта идара иткән Йоаш менән Сараф, Яшуви-Ләхәм. Был ваҡиғалар бик борон була.
Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары;
Шела нәҫеленән Мағасеяһ, ул – Барух улы, Барух – Кол-Хозе, Кол-Хозе – Хазаяһ, Хазаяһ – Ғадаяһ, Ғадаяһ – Йоярив, Йоярив – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Шела нәҫеленән ине.
Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр, Туҡыусылар ағарынып ҡатыр.
Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.
Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала.