14 Меғоноҫайҙан – Ғофра, ә Сераяһтан Балта оҫталары үҙәнендә йәшәүселәр нәҫеленең башы Йоав тыуа. Был төбәктә йәшәүселәр балта эшенә оҫта була.
Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.
Ҡыназдың улдары: Ғоҫниил һәм Сераяһ. Ғоҫниилдың улы: Хаҫаҫ.
Йефунне улы Калевтың Ғиру, Эла һәм Нағам тигән улдары була. Эланың улының исеме – Ҡыназ.
Көршәксе һөнәре оҫталары булған был кешеләр Нетағим һәм Ғәдәрә ҡалаларында йәшәй, батша хеҙмәтендә йөрөй.
Лодта, Онола, Балта оҫталары үҙәнендә йәшәне.