15 Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине.
Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде.
Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы.
Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.
Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ.
Шунан илдең халҡы Йошияһ улы Йеһоахазды Йәрүсәлимдә атаһы урынына батша итеп ҡуя.
Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.
Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.
Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ,
Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.
Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –
Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды:
Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.