1 Дауыттың Хевронда тыуған улдары: баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан; икенсеһе Даниил – кармәлле Авигаилдән;
Артабан шундай хәлдәр булды. Дауыттың улы Авшаломдың Тамар исемле бик матур һеңлеһе бар ине. Дауыттың икенсе улы Амнондың Тамарға күҙе төштө.
Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.
Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була.
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан;
Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах,
Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.