4 өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү,
Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе.
Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм:
шулай уҡ оҫталарға алтын һәм көмөш әйберҙәр яһау өсөн тотонолор. Һеҙҙең арала ла бөгөн Раббы өсөн иғәнә тапшырырға ниәтләүселәр булырмы?
Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ.
һәр көмөш тәрилкәнең ауырлығы – изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ, һәр көмөш сеүәтәнең ауырлығы изге шекелгә күрә етмеш шекел булып, көмөштөң дөйөм ауырлығы изге шекелгә күрә ике мең дүрт йөҙ шекел булды;