Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 29:25 - Изге Яҙма

25 Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 29:25
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.


Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.


Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.


Йәрүсәлимдә миңә тиклем булғандарҙың барыһынан да шөһрәтлерәк һәм байыраҡ инем, зирәк аҡылым да үҙемдә ҡалды.


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.


Был ваҡиға Эфеста йәшәгән бөтә йәһүдтәргә һәм башҡа халыҡ кешеләренә мәғлүм булғас, барыһы ла ҡурҡыуға төштө, Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы.


Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең?


Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды.


Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.


Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен!


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ