24 Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.
Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ».
Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.
Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.
Дауыт барлыҡ Исраил башлыҡтарына улы Сөләймәнгә ярҙамлашырға бойора:
Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –
Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,
Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.
Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй.
Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ.