23 Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
«Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.
Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым.
Сөләймән батша тәхеткә ултырҙы инде.
Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.
Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы.
Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен.
Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.
Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала.
Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә.
Сөләймән Аллаға: – Һин атайым Дауытҡа бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, уның артынса мине батша иттең.
Шунан йөҙ баштары, түрәләр, халыҡ башлыҡтары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыға. Улар Юғары ҡапҡа аша батшаны һарайға алып киләләр һәм тәхеткә ултырталар.
Сөләймән Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға ҡырҡ йыл буйы батшалыҡ итә.
Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған.
Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улының хикмәттәре:
Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған.
Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.