Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 29:21 - Изге Яҙма

21 Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 29:21
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла йортон изгеләндергәндә йөҙ үгеҙ, ике йөҙ һарыҡ тәкәһе, дүрт йөҙ һарыҡ бәрәсе һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике кәзә тәкәһе килтереп, бөтә Исраилдың гонаһы өсөн ҡорбан салдылар.


Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ.


түкмә ҡорбан булараҡ, ярты һин шарап килтер. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән һәр һарыҡ бәрәсе менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алығыҙ.


бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ