19 Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит.
Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле.
Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.
Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә.
Эй Раббым, аталарыбыҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Исраилдың Аллаһы! Халҡыңдың күңелендәге был теләктәрҙе һәм фекерҙәрҙе мәңге һаҡла, уларҙың йөрәген Үҙеңә йүнәлт.
– Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы.
Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.
Уның һеҙгә яҙған ҡағиҙәләрен, ҡарарҙарын, ҡанун һәм бойороҡтарын һәр ваҡыт еренә еткереп үтәгеҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, Табандарым таймайынса ҡалған ине.