Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




І Йылъяҙма 29:14 - Изге Яҙма

14 Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




І Йылъяҙма 29:14
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.


Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!


Дауыт Раббы хозурына барып ултыра. Доға ҡылып, былай ти: – Эй Аллам Раббым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!


Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.


Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ.


Эй Аллабыҙ Раббы, бөтә был муллыҡты Һиңә, Һинең изге исемеңә йорт төҙөр өсөн әҙерләнек, бының барыһы ла Һинең ҡулыңдан килгән, барыһы ла Һинеке.


Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.


Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.


«Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә, Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә, Раббыға ышанысым юғалманы.


– Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


«Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.


Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын.


Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан.


Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер.


Һәр берегеҙ Аллағыҙ Раббы биргән бәрәкәтенә күрә бүләк алып килһен.


Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ