13 Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.
Байлыҡ та, дан да Һинән килә, Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең, Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт, Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү – Һинең ихтыярыңда.
Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек.
Раббыны данлағыҙ! Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!
Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!
Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың.
Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.
Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеү тантанаһында йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын.
Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!
Раббының исемен иғлан итәм – Аллабыҙҙың бөйөклөгөн данлағыҙ!
Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.