3 Әммә Алла миңә былай тип әйтте: «Минең исемемә бағышланған йортто һин төҙөмәйәсәкһең, сөнки Һин һуғышсыһың һәм ҡан ҡойҙоң», – тине.
«Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны.
– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең.
Әммә миңә Раббы һүҙе булды: «Һин бик күп ҡан ҡойҙоң, ҙур һуғыштар алып барҙың. Ер йөҙөндә Минең алдымда бик күп ҡан ҡойғанға күрә, һин Минең исемем өсөн йортто төҙөргә тейеш түгелһең.