19 – Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.
Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө.
Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.
Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.
Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине.
Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.
Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине.
Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.