16 изге икмәкте ҡуя торған өҫтәл өсөн күпме алтын, көмөш өҫтәлдәр өсөн күпме көмөш;
Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;
майшәмдәр менән уларҙың алтын шәмдәлдәре өсөн, ниндәй маҡсатта ҡулланылырына ҡарап, күпме алтын һәм көмөш;
саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш;
Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,
Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.