13 Ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең бүленешенә, Раббы йортондағы хеҙмәткә, хеҙмәт башҡарғанда кәрәк булаһы һауыттарға бәйле күрһәтмәләр бирә.
Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә.
Ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған алтын һәм көмөш әйберҙәрҙе яһау өсөн күпме алтын һәм көмөш кәрәк буласағын күрһәтеп бирә:
Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер.
Икенселәренә йыһаздар, изге торлаҡтағы башҡа кәрәк-яраҡ, иң яҡшы он, шарап һәм зәйтүн майы, ладан һәм хуш еҫле матдәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.