10 Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон.
Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр.
– Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал.
Раббының Муса аша Исраилға биргән ҡағиҙә һәм ҡарар-ҡанундарын еренә еткереп үтәһәң, бар эшең уң булыр. Ныҡ бул, ҡыйыу бул, ҡурҡма, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә!
Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.
Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын.
Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон!
Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.