30 Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ;
Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.
Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була.
ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була.
Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.