26 Баҫыуҙа эшләүселәргә, ер эшкәртеүселәргә Келув улы Ғәзри яуаплы була.
Батша хазиналары өсөн – Ғәдиил улы Ғазмауыҫ, ә баҫыуҙағы, ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы, ҡарауыл манараларындағы һаҡлағыстар өсөн Ғуззияһ улы Йонаҫан яуаплы була.
Йөҙөм баҡсалары өсөн – Раманан Шимғи, ә йөҙөмлөктәрҙәге шарап һаҡламдары өсөн Шефамдан Завди яуап тота.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Көмөш яратҡан – көмөшкә, байлыҡ яратҡан байлыҡҡа туймаҫ. Был да – буш мәшәҡәт.